11 йәшлек ҡотҡарыусы. Күгәрсен районы үҙәгенән Үрге Мөрсәләй ауылына ҡарт өләсәһенә ял итергә килгән Азамат Арапов Оло Эйек йылғаһында бата башлаған тиҫтеренә ярҙам иткән. Етеҙ һәм кеше бәләһенә битараф булмаған үҫмер менән хәбәрсебеҙ Гөлназ Хәйбуллина аралашты
Күгәрсен районынан Азамат Арапов 13 йәшлек ҡыҙҙы бәләнән аралай. 1 июлдә ул ата-әсәһе менән Оло Эйек йылғаһы буйына ял итергә килә. Һиҙгер үҫмер ярҙам һорап ҡысҡырыусының тауышын тәүгеләрҙән булып ишетә.
Милли көрәш, йөҙөү менән шөғөлләнгән үҫмер бер секунд та уйлап тормайынса һыуға һикерә һәм ҡыҙ янына ашыға. Ара бик үк яҡын булмай, шуға ҡарамаҫтан Азамат дөрөҫ тын алып, хәлен бөтөрмәй, тейешле урынға барып етә. Йәш ҡотҡарыусы тиҫтерен кейеменән һөйрәп яр буйына сығара. Оло йәштәгеләр зыян күреүсегә тәүге медицина ярҙамы күрһәтә, билдәле булыуынса, ҡыҙ бөгөн үҙен яҡшы тоя, сәләмәтлегенә зарланмай. Баһадир дуҫына рәхмәтен дә белдергән.
Азамат быйыл бишенсе синыфҡа уҡырға бара, спорт ярата. Интеллектуаль уйындар менән дә әүҙем шөғөлләнә.
Үрге Мөрсәләй ауылында йәшәүсе Флүрә Арапова бүләһенең батырлығы менән ғорурлана. Уның тырыш һәм ауыл эшенә егәрле булыуына шатлана.
Награда ла үҙен оҙаҡ көттөрмәйәсәк. Тиҙҙән 11 йәшлек үҫмер кеше ғүмерен ҡотҡарғаны өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр Министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы тарафынан рәхмәт хаты менән бүләкләнәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина




