Краснокама районында өс кеше һыуға батып һәләк булған

Ҡот осҡос фажиғә уҙған төндә Сауыҙ күлендә теркәлгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Ағиҙел ҡалаһынан 35 йәшлек ир һәм 33 йәшлек ҡатын йәш ярымлыҡ балаһы менән төнгөлөккә автомобилдә йоҡларға ҡалғандар.

Билдәһеҙ сәбәп менән иртәнге сәғәт биштәр тирәһендә транспорт сараһы һыуға төшөп киткән. Дүртөйлөнән саҡырылған водолаздар һыу эсенән 15-се модель ВАЗ автомобиле менән бергә өс кешенең кәүҙәһен сығарған. Фажиғә урынында көн дауамында хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы психологтары эшләй. Осраҡ буйынса тәфтиш комитеты тикшереү башлаған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала кешеләрҙең машина менән һыуға төшөп китеү осраҡтары беренсе тапҡыр ғына теркәлмәй. Бер йыл элек Хәйбулла районында еңел автомобилдә өс кешелек ғаилә Таналыҡ йылғаһында һәләк булды.