Рәсәй биләмәләрендә 45 мең тирәһе яғыулыҡ ҡойоу станцияһы иҫәпләнә

Улар араһында намыҫһыҙ эш итеүселәр юҡ тип әтйеп булмай. Автозаправка хеҙмәткәрҙәре яғыулыҡты тулыһынса ҡойоп бөтмәй тигән фекерҙе лә йыш ишетергә тура килә. Ғәҙәттәгесә, автоһәүәҫкәрҙәр ялғанды һиҙгән хәлдә лә ғәҙеллек эҙләп йөрөргә ваҡыт тапмай. Әммә уйланырғ аурын бар - һәр водитель ни бары 10 һумға отолған осраҡта ла яғыулыҡ ҡойоусылар көнөнә 2 мең һумға тиклем килем эшләй ала.

Фото №1 - Рәсәй биләмәләрендә 45 мең тирәһе яғыулыҡ ҡойоу станцияһы иҫәпләнә

Павел Гарбуз, Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәгенең бүлек етәксеһе: “Һәр үлсәгестең ниндәйҙер миҡдарҙа теүәл булмауы мөмкин - әммә яғыулыҡ ҡойоу колонкаһына килгәндә был күрһәткес 0, 25 % артмаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, ошондай 10 литрлы үлсәгесте алып ҡараһаҡ, яңылышлыҡ 50 миллилитрға етә.”

Белгес билдәләүенсә, Башҡортостан яғыулыҡ ҡойоу станцияларында заманса йыһазландырылған яғыулыҡ колонкалары көн аралаш тигәндәй тикшерелеп тора. Шуға ла водителдәргә икеләнергә урын юҡ. Әммә һуңғылары был фекер менән килешмәй.

Фәрүәз Әкимбәтов: “Ҡайһы берҙә күрһәткестәр буйынса 5-10 тин етмәй. Ниндәйҙер әһәмиәт бирмәйбеҙ ашығып, тиҙ генә заправиться итәбеҙ артабан йүгерәбеҙ. Алдау күп инде был донъяла. Мин үҙем иман хатиб, Стәрлебаш районынан. Кешеләрҙе алдап була, әммә Аллаһы тәғәләне алдап булмай.”

Владимир Кондрев, водитель: “Күптәр был мәсьәлә буйынса зарланып йөрөмәһә лә, минең уйлауымса, яғыулыҡ ҡойоу станцияларының яртыһы бензинды тейешенсә һалып бөтмәй, клиенттарын алдай. Был заправкаға яҡын булғанға ғына йөрөйөм.”

Яғыулыҡ ҡойоу станцияларында хеҙмәтләндереү сифаты буйынса фекер-тәҡдимдәр менән һәр кем ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау комитетына мөрәжәғәт итә ала. Тәү сиратта водителдәр үҙҙәре әүҙемлек күрһәтһә, бензин менән мутлашыу осраҡтары ла кәмерәк булыр ине.

Флорида Ким

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ