Мәргән уҡсылар Иглинда

Бөгөн районда уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара фестиваль асылды.

Уғатарҙар фестивале өсөнсө тапҡыр ойошторола. Фестивалдә Башҡортостандан ғына түгел, күрше Силәбе өлкәһенән, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан Республикаларынан, Белорусиянан, Словакиянан, Германиянан спортсылар үҙ көсөн һынай. Рәсәй төбәктәренән килгәндәр ҙә бар. Барлығы 80-дән ашыу кеше. Ойоштороусылар әйтеүенсә, төп маҡсат күберәк кешене спорт менән шөғөлләнеүгә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға йәлеп итеү. Сөки уҡтан атыу организм өсөн бик файҙалы. Кеше кәүҙәһен тура тоторға өйрәнә, был спорт төрө маҡсатҡа ынтылыш та тәрбиәләй.

Фестиваль ике көн дауам итә. Сара сиктәрендә уҡ-һаҙаҡ эшләү, атыу, башҡорт милли аш-һыуҙарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу ҡаралған. Майҙанда ҡунаҡтарҙы раойндың алтын ҡуллы оҫталары әҙерләгән ҙур күргәҙмә көтә. Ойоштороусылар фекеренсә, был фестиваль этнотуризмды үҫтереү йәһәтенән дә әһәмиәтле, сөнки уғатарҙар ярышын тамаша ҡылырға килеүселәр һаны йылдан-йыл арта. Сит төбәктәрҙән дә күпләп киләләр. Ярыш төрҙәре бик ҡыҙыҡлы, мәҫәлән, атта сабып барған көйө тоҫҡап сәпкә эләгергә кәрәк. Бынан тыш яу, шүлгән, ҡәлгә, бүрәнә, ҡабан этаптары бар. Һуңғыһында йүгереп сыҡҡан хайуанға атып өлгөрөү мөһим.