Спорт һәм ял үҙәгендә ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Обьекттарҙың торошо менән республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов танышты. Ҡалала ул шулай уҡ инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.
Атом станцияһын төҙөүселәр нигеҙ һалған Ағиҙел Башҡортостандың иң йәш ҡалаларының береһе. Шуға ла спорт обьекттарына төбәктә ихтияж бар. Урындағы спорт күңел асыу үҙәге бер көн дә буш торғаны юҡ. Бында төрлө түңәрәктәр эшләй. Велоуҙыш, көрәш буйынса күнекмәләр үтеп тора. Бассейн бар. Быйыл үҙәк Рәсәй спорт министрлығы махсус сертификаты менән дә бүләкләнгән.
Әммә обьект төҙөкләндереү талап итә. Яҙлы-көҙлө ҡыйыҡтан һыу үтә тип билдәй учреждение хеҙмәткәрҙәре. Рөстәм Мәрҙәнов ремонт өсөн финанс сығымдар бүленер тип өмөтләндерҙе һәм төҙөкләндереү эштәрен республиканың адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә башҡарыу тәҡдимен индерҙе.
"Иҙел" ҡала мәҙәниәт һарайына иһә етдирәк ремонт талап ителә. Уҙған быуаттың аҙағында һалынған бинаның нигеҙендә проблемалар бар, проектлауҙағы хаталар арҡаһында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре талаптарын тулыһынса үтәү мөмкин түгел. Мәҙәниәт усағының ҡорамалдары ла заман талаптарына яуап бирмәй. Шуға ла бинаны тулыһынса төҙөкләндерергә кәрәк.
Ағиҙел бәләкәй һәм бөхтә ҡала. Төбәктә урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы нигеҙендә йорт ихаталары төҙөкләндерелгән. Башланғыста халыҡ проектҡа әкренләп кенә ҡушылһа, йәмәғәтселек вәкилдәренең тырышлығы менән программаның өҫтөнлөктәрен күптәр хәҙер аңланы ти хакимиәт вәкилдәре. Һуңғы арала ғына бында ике ихата тулыһынса яңыртылған.
Ағиҙел халҡының төп мәсьәләһе эшһеҙлек. Ҡалаға нигеҙ һалыусы предприятие атом электр станцияһы төҙөлөшө туҡтатылғандан бирле иҡтисади ҡыйынлыҡтар күҙәтелә. Уларҙы өлөшләтә булһа ла хәл итергә индустрия паркын үҫтереү мөмкинлек бирергә тейеш. Инвестиция проекттарының береһе Ағиҙелде һыу транспортындағы логистика үҙәгенә әйләндереүгә бәйле. Урындағы порт диңгеҙ-йылға класлы танкер һәм баржаларҙы хеҙмәтләндереүгә һәләтле. "Стапель" суднолар ремонтлау заводы ла әле Ағиҙелдә төпләнгән. Оҙайлы ҡуртымға алынған ер участкаһы, етештереү ҡеүәттәрен урынлаштырыу өсөн биналар бар. Әле компания нефть танкерҙәры һәм цистерналарҙы таҙартыу һәм ундағы ҡалдыҡтарҙы ҡайтанан эшкәртеү проекты менән яна. Инвестортеләген бойомға ашырыу өсөн 1 миллиард һумдан ашыу аҡсаһын һалырға әҙер.
Ағиҙелдә әле 15 меңдән ашыу кеше йәшәй. Өс мәктәп байтаҡ социаль учреждениелар эшләп килә. Төп бурыстарҙың береһе ҡала иҡтисадын үҫтереү һәм халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү. Урындағы хакимиәттә үткән кәңәшмәлә лә төп ошо мәсьәләне хәл итеү юлдары ҡаралды. Төбәккә инвестициялар йәлеп итеү, индустрия паркын үҫтереү мөмкинлектәре буйынса фекер алышынды.
Рөстәм Мәрҙәнов тиҙ арала Ағиҙел ҡалаһының социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын әҙерләү бурысын да ҡуйҙы. Төбәктең артабанғы киләсәген был документ нигеҙендә күҙалларға мөмкин буласаҡ тип белдерҙе Хөкүмәт премьер-министры.
Рафиҡ Әхмәтшин




