Бының өсөн хужалыҡ менән килешеү төҙөү ҙә етә. Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылы хужалығы ураҡ кампанияһына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән яңы эш алымын тормошҡа ашыра башланы. Әйткәндәй, был хужалыҡтың ошоға тиклем дә төрлө һынауҙар уҙғарғаны булды. Сираттағы яңылыҡ ниҙән ғибәрәт? Теманы хәбәрсебеҙ Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Яҙғы сәсеү кампанияһын уңышлы атҡарып сығыуҙан тыш, ауыл хужалығы культураларынан мул уңыш алыу мөһим мәсьәлә. Был йәһәттән хужалыҡтың арпа баҫыуҙары өмөтлө күренә. Игендең бейеклеге, башаҡтарҙың дөрөҫ формалашыуы был культураның тәбиғтә һынауҙарына бирешмәүе хаҡында һөйләй.
Былтырғы осор менән сағыштырғанда быйыл яғыулыҡҡа хаҡтарҙың тағы ла юғарыраҡ күтәрелеүе лә аграрийҙарҙың кеҫәһенә һуға. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре көрсөктән сығыуҙың төрлө юлдарын эҙләй. .
Ҡырмыҫҡалы районындағы хужалыҡтың быға тиклем дә ҡыйыу тәжрибә уҙғарғаны булды. Мәҫәлән, "шайморатиктар" тип аталған тауар талондары бөтә Рәсәйҙә билдәлелек яуланы. Был яңылыҡ хужалыҡҡа аҡсаһыҙлыҡ көрсөгөн еңеп сығырға ярҙам итә. Һуңынан йүнселдәр һыйырҙарҙы инвестициялауға тотона.
Билдәле совет йәнһүрәтендәге кеүек, ваҡытында был алым да хужалыҡҡа ҙур бурыстарҙан ҡотолорға ярҙам итә. Акцияла Рәсәйҙең күпселк төбәктәре ҡатнаша. Ул саҡта бер һыйыр башына 70 мең һум аҡса индереүселәргә сертификат бирелә . Дивидендтарҙы аҡсалата йәки продукция менән алалар. Һауылған һөт, тотонолған мал аҙығы күләменән сығып һәпр инвестор айына 4 мең һумға яҡын аҡса эшләй алған. Хәҙер хужалыҡ яңы алым өҫтөндә эшләй. Был юлы ул тотош ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Яңы алым ниндәйҙер кимәлдә уҙған быуаттың колхозлашыу, кооперацияға берләшеү кеүек ваҡиғаларына ауаздаш. Тик әле ул бөгөнгө иҡтисади хәлгә нигеҙләнгән заманса алым тип тә әйтергә мөмкин. Уға ярашлы, һәр хужалыҡ инвесторҙар менән бергәләп ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә ала.
Азат Ғәлиуллин




