Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республикала 25 кеше батып үлгән, шуларҙың бишеһе балалар

Уҙған аҙнала Өфөләге Йылы күлдә туғыҙ йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө. Ул ағаһы һәм уның дуҫтары менән махсус ҡулай­лаштырылмаған урында һыу ингән булған. Был һыу ятҡылығы баш ҡалала йәшәүселәрҙең яратҡан пляждарының береһе һанала, әммә шул уҡ ваҡытта ул иң хәүефлеһе лә. Сөнки һыу инеү урыны ҡулайлаштырылмауҙан тыш, яр буйында сүп-сар һәм быяла ярсыҡтары ла туҙып ята.

Фото №1 - Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республикала 25 кеше батып үлгән, шуларҙың бишеһе балалар

Белгестәр әйтеүенсә, ял итеүселәр өсөн бында тағы ла бер хәүеф янай. Күлгә эргәләге йылылыҡ электр үҙәгенән техник һыуҙың һыуыҡ ағымы эләгә. Температураның кинәт үҙгәреүенән һыу инеүсенең ҡапыл тән өлөштәре тартыша башлауы мөмкин. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында Инорс биҫтәһендәге күлдә даими рейдар ойошторла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һәм беренсе ярҙам күрһәтеү тураһында белешмәләр таратты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ