Ҡырмыҫҡалы районында ошондай исем аҫтында республика фольклор байрамы үтте. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән оҫта салғысыларҙы йыйған был конкурс халыҡтың көтөп алған мәҙәни сараһына әйлнгән. Байрам сиктәрендә үләндән сәй яһаусыларҙың, таж үреүселәрҙең, ағас-үләндәрҙән арт-обьект эшләүселәрҙең ярышы ла үтте. Йәмле тәбиғәт ҡосағындағы күркәм ярышты беҙҙең хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова ла тамаша ҡылды.
Бесән сабыу салғы сүкеүҙән башлана, ә был эштең борондан ҡалған үҙ тәртибе бар. Тимерҙең ҡатылығына, сапҡан үләнгә ҡарап. Йомшаҡ салғыларҙы ипләберәк, ҡатыларын нығыраҡ сүкергә тура килә . Ҡылған, күрән һымаҡ үләндәрҙе сапҡанда салғының тешлерәк булыуы мөһим, ә бына сәскәле ерҙә үткерлек кәрәк. Былтырғы конкурс чемпионы Хәләф Мирхәйҙәров әйтеүенсә, эш ҡоралын ҡырын ятып сүкеү уңайлыраҡ, был алым да ата-бабаларҙан ҡалған.
Конкурста ҡатнашыусылар араһында ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Улар төрлө төбәктәрҙән килгән. Талаптар бөтәһе өсөн бер, бакуйҙарҙың киңлеге, аҫты таҙа булыуы, үләнде ҡырып сабыу. Һәм әлбиттә тиҙлек. Ҡарламан ауылынан Ғәлиә Мозафарова фекеренсә, уңыштың яртыһы салғы һайлауға бәйле. Хәҙер боронғо һымаҡ сифатлы эш ҡоралын табыуы ҡыйын, әммә сарлап, әҙерләп алғанда сабырға мөмкин.
Хәҙер был кәсеп онотола бара, бесәнде ҡул көсө менән эшләүселәр һирәк. Ҡырмыҫҡалы районындағы фестиваль йәш быуынды ошо һөнәр менән таныштырыу маҡсатын ҡуя ла инде. Бесән сабыуҙың сәләмтлек өсөн файҙаһы хаҡында ла оноторға ярамай.
Әле техника заманында ҡул салғыһы ҡомартҡы, байрам биҙәге кеүек кенә һаҡланып ҡалһа ла борон ул кешеләрҙе кейендереүсе лә, туйындыырусы ла эш ҡоралы була. Был һөнәргә өйрәнеү өсөн маһирлыҡ та, таһыллыҡ та кәрәк. Үләнде ҡырып сабыу өсөн физик көс тә, оҫталыҡ та, ҡеүәт тә талап ителә.
Сыңла салғы салғысылар ярышы ғына түгел, майҙанда беҙҙе уратып алған тәбиғәт, үҫемлектәр донъяһы менән бәйле башҡа конкурстарҙы ла ҡарарға мөмкин. Ялан сәскәләренән таж үреү, ҡыуыш ҡороу, йәки үләндәрҙән сәй бешереү. Һуңығылары әйтеүенсә, беҙҙең тәбиғәт иҫ киткес бай, бар дауа аяҡ аҫтында. Үләндәрҙән сәй әҙерләп кенә күп сирҙәрҙән дауаланырға мөмкин. Бары тик йыйыу, киптереү үҙенсәлектәрен өйрәнергә кәрәк. Резидә Сәйфетдинова үләндәрҙең шифаһы хаҡында бала саҡтан уҡ өйрәнә.
Быйыл үлән, ағас, сәскәләрҙән төрлө арт-обьекттар әҙерләүселәр араһында ла конкурс ойошторолған. Мәҫәлән, Ефремкинло ауылының мәҙәниәт йорто оҫталары ғаилә йылына арналған экспозиция әҙерләгән. Шәрипҡол ауылынан Урал Шәрипҡолов иһә туҙ баш кейемдәре ҡан баҫымын көйләй тигән фекерҙә.
Тәбиғәттең ҡөҙрәте киң, ул кешене һыйындыра ла, туйындыра ла. Ҡырмыҫҡалы райнында үҙған фестиваль шуға асыҡ миҫал. Конкурс формаһында барһа ла майҙанда беҙҙе уратып алған мөхиттең бар мөғжизәһен, тылсымын күрергә, тойорға мөмкин. Бары тик был тәбиғи байлыҡты һаҡларға, дөрөҫ файҙаланырға ғына кәрәк.
Рәмзиә Кәримова




