Башҡортостандың гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнө уңайынан айырылышыуҙарһыҙ көндәр иғлан итте. Акция барышында никахтарын тарҡатырға ҡарар иткән парҙар менән психологтар һәм медиаторҙар эшләйәсәк. Белгестәр ҡатын менән иргә ярашырға, бер-береһен ишетергә һәм аңларға ярҙам итә.
Ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнө уңайынан Өфөлә ҙур байрам ойошторола. Был дата иртәгә бөтә илдә билдәләнә. Ғаилә көнө уңайынан “Башҡортостан” сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда байрамса тамаша үткәрелә. Бында уйындар, конкурстар, спорт ярыштары, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Якутов паркында ла бай йөкмәткеле күңел-асыу программаһы ҡаралған. Башҡортостан юлдаш телеканалында иртәгә телемарафон үткәрелә. Ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнөнә арналған саралар бөтә республикала ойошторола. Район үҙәктәре һәм ҡалаларҙа “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тигән миҙалдар тапшырыу тантаналары үтә. Был награда менән 50, 60, 70, 75 йыл бергә йәшәгән оло йәштәге парҙар бүләкләнә. Йәмғеһе 80 миҙал бирелә, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министырлығын.




