Оҫта ҡулдар

Өфө ҡалаһының балалар ижады һарайында ағасты семәрләү студияһы ойошторолоуға быйыл ун биш йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә меңдән ашыу бала Владимир Савельев етәкселегендә ҡул оҫталығына өйрәнгән. Остаз билдәләүенсә, уның уҡыусылары башлыса илдең иң көслө юғары уҡыу йорттарында артабан белем алыуҙы дауам итә. Уңыш сере нимәлә?! Хәбәрсебеҙ Гөлназ Хәйбуллина репортажында.

Салауат Зиннуров ағас семәрләү студияһында шөғөлләнеүҙе ял менән сағыштыра, "Бында күңел тыныслана, ижади процесҡа сумаһың,"-ти үҫмер. Ул йүкә ағасынан башлыса һауыт-һаба, биҙәүестәр әҙерләй.

Ҡала малайы Салауат түңәрәктә алған белемен ауыл ерендә лә камиллаштырырға йыйына. Был аҙнала ул олатаһы-өләсәһе янына ҡунаҡҡа ҡайтасаҡ. Семәрләп биҙәлгән ҡалаҡтар ҙа - тап уларға бүләк тип әҙерләнә. Бөгөн Өфөнөң балалар ижады һарайында эшләп килгән студияла 80-гә яҡын бала ағасты семәрләү нескәлектәренә төшөнә. Түңәрәк етәксеһе Владимир Савельев билдәләүенсә, тәүге йылда уҡыусылары ябай геометрик фигуралар яһарға өйрәнһә, артабан һауыт-һаба, ҙур паннолар эшләй башлай. Студияла шөғөлләнеүселәр Башҡортостандың мәҙәниәте, тәбиғәте, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә ҡыҙыҡһына.

Владимир Савельев, ағасты семәрләү студияһы етәксеһе: «Беҙҙе тыуған яҡтың тарихы ҡыҙыҡһындыра. Балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләргә тырышам. Был эшмәкәрлек - уларҙың ижади эштәрендә лә сағылыш таба. Башҡорт ырыуҙарын өйрәнеп, тамғалар һәм тотемдар эшләнек. Студияла шөғөлләнеүселәр төрлө конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, ҙур еңеүҙәргә лә иреште»

Балалар ижады һарайындағы күргәҙмә залында үҫмерҙәрҙең иң яҡшы эштәре ҡуйылған. Улар менән һәр кем яҡындан таныша ала. Әйткәндәй, ағас семәрләү студияһы быйыл үҙенең ун биш йыллыҡ юбилейын да билдәләй. Ошо уңайҙан остаз октябрҙә барлыҡ уҡыусыларын бер бинала йыйып, осрашыу ойошторорға йыйына. Уларҙың күбеһе - архитектор, төҙөүсе, инженер һөнәрен һайлаған

Гөлназ Хәйбуллина