Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында

Һуңғы тапҡыр бындай сараны Әбүбәкерҙәр 30 йыл элек ойошторған. Ошо ваҡыт эсендә ауыл танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Яңы социаль объекттар, йорттар, урамдар барлыҡҡа килгән. Ауыл халҡы байрам ҡунаҡтарын самауыр сәйе, ҡымыҙ, милли ризыҡтар һәм дәртле йыр-бейеүҙәр менән ихлас ҡаршы алды. Байрам алдынан урында ихата алдары төҙөкләндерелгән, тирә-яҡ тәртипкә килтерелгән.

Фото №1 - Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында

Ауыл мәсетендә тыуған төйәк, ил именлегенә доғалар ҡылынһа, буласаҡ ял паркы биләмәһендә концерт программаһы, спорт ярыштары ойошторолдо. Үҙешмәкәр артистар тыуған яғына һөйөүен йырҙары аша еткерҙе. Байрамға ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа ҡайтҡайны. Улар Башҡортостанға һағышлы сәләмдәрен шиғри юлдар аша белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ