Һылыуҡай

Бер юлы ике башҡорт ҡыҙы матурлыҡ конкурсы буйынса Башҡортостан намыҫын сит илдәрҙә яҡлаясаҡ. "Һылыуҡай"- 2017 тажына эйә булыусы, "Мисс Рәсәй" һәм "Мисс Азия" кеүек халыҡ-ара матурлыҡ конкурстары ҡатнашыусыһы Земфира Байдәүләтова Пекинға, ә Рәсәйҙең иң һылыу студенткаһы исеменә лайыҡ булыусы Зөһрә Мөхәрәмова Белоруссияға юлланды. Икеһе лә Өфөнөң "Һылыуҡай" модель агентлығы тәрбиәләнеүселәре. Әйткәндәй, башҡорт ҡыҙҙарының матурлыҡ донъяһындағы тәүге уңышы түгел. Быға тиклем дә Башҡортостан намыҫын яҡлап сығыш яһаусылар булды. Альбина Әхтәмова, Гөлнур Зиннәтова, игеҙәк Зөбәйеровалар шуларҙың береһе.

Фото №1 - Һылыуҡай
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ