Әбйәлил районы Шәрип ауылына бер быуаттан һуң иман нуры ҡайтты

Төбәктә ошо көндәрҙә яңы мәсет асыу тантанаһы үтте. Мәхәлләлә киләсәктә мәҙрәсә лә эшләйәсәк. Теләгән һәр кем ғәрәп теленә, ислам дине нигеҙҙәренә өйрәнә аласаҡ. Мәсет ауылдың заманында мәктәп итеп үҙгәртелгән иман йорто урынында һалынған. Яңыһын төҙөүҙә барса халыҡ ҡатнаша. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ауылға иман ҡайтты тип әйтергә мөмкин. Был көндө Әбйәлил районы Шәрип ауылы халҡы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Шуға ла мәсет асыу тантанаһында яңғыраған барса доға-сүрәләрҙе ауылдаштар ҙа ҡабатлап ултырҙы. Олоһо ла, кесеһе лә саранан ситтә ҡалмай, ҡул тотоп бат уҡыны.

Шәрип ауылында асылған яңы мәсет революция заманында юҡ ителгән иман йорто урынында төҙөлдө. Ул саҡта манараһы ҡолатылып, бина мәктәп итеп файҙалана башлай. Тора-бара ауылда яңы белем усағы сафҡа ингәс яңы иман йортон төҙөү ниәте күтәрелә. Тәүгеләрҙән булып эшҡыуар, Шәрип ауылы ейәне, әлеге ваҡытта Белорет районы Үҙәнбаш ауылында йәшәүсе Салауат Хафизов нигеҙ һала. Шәриптәр рәхмәт йөҙөнән мәсеткә әсәһенең исемен биреүҙәрен һорай.

Әлбиттә, ауылдаштар ҙа изге ниәттән ситтә ҡалманы. Шуға ла манаралы йорт тиҙ арала ҡалҡып сыға.

Иманлы халыҡ йәшәгән төбәктән бәрәкәт китмәҫ тигән һүҙҙәр күп яңғыраны сарала. Мәсет төҙөү һәм асыу ул халыҡтың рухи өлгөргәнлеген күрһәтеүсе билдә, тип билдәләне сығыш яһаусылар. Иман йортона йыйылған халыҡ намаҙ уҡығандан һуң, байрам хөрмәтенә ҡорбан салынды.

Азат Ғәлиуллин