Кескәй хафиздар ярышы

Өфөнөң "Ихлас" мәсетендә Ҡөръән сүрәләрен яттан һөйләүселәр конкурсы үтте. Унда 2 йәштән 15 йәшкә тиклемгә балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашты. Быйыл конкурс Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл тулыу һәм Ырымбур мосолмандары диниә назараты ойошторолоуҙа 230 йыл тулыуға арналды.

Фото №1 - Кескәй хафиздар ярышы

Кушнаренко районы Иҫке Ҡалҡаш ауылынан Айсар Исламов конкурсҡа ете сүрә әҙерләп килгән. Тотош ҡөръәнде лә ятлау теләге бар уның. Шуға ла ауыл мәсетендә ғәрәп телен өйрәнә.

Айсар Исламов, конкурста ҡатнашыусы: “Үҙебеҙҙең мәсетебеҙ бар, унда дүрт йыл йөрөйөм инде, ике мең дүртенсе йылдан. Уҡытыусыбыҙ ғәрәпсә уҡырға йөрәтә беҙҙе, хәрефтәрҙе уҡырға, улырҙы дөрөҫ әйтергә, сүрәләрне ғәрәп телендә дөрөҫ уҡырға өйрәтә.”

Конкурс "Ғәләм тауышы" тип атала. Өфөнөң "Ихлас" мәсетендә әлегә ул икенсе тапҡыр ғына ойошторола. Шуға ҡарамаҫтан география киң. Ҡатнашыусылар Башҡортостан райондары, күрше республика һәм өлкәләрҙән килгән. Йәш хафиздар Ҡөръән сүрәләрен яттан һөйләп кенә ҡалмай, ислам нигеҙҙәре буйынса һорауҙарға ла яуап бирә.

Рөстәм Вәлиев, «Ихлас» мәсетенең имам-мөғәллиме: «Был конкурстар беҙгә ярҙам итә, ислам ғилемләрен куберәк баларлар уҡырға килсен тип шул маҡсат менән беҙ шул конкурстарҙы ойошторабыҙ»

Конкурс Халыҡ-ара ислам эшҡыуарҙары берләшмәһе ярҙамы менән уҙғарыла. Йәмәғәт ойошмаһының етәксеһе Марат Кабаев әйтеүенсә, кескәйҙәрҙең Ҡөръән сүрәләрен яттан һөйләүен күреү, тулҡынландыра һәм яңы уңыштарға дәртләндерә.

Марат Кабаев, халыҡ-ара ислам эшҡыуарҙары берләшмәһе президенты: «Приятно на душе, в сердце покой. Это не передать словами, нужно просто находиться среди них»

Башбат

Еңеүселәрҙең йәш төркөмөнә ҡарап бүләктә тапшырылды. Ҡөръән сүрәләрен яттан иң яҡшы һөйләүсе мәсеттән велосипедҡа атланып ҡайтыу бәхетенә иреште.

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ