Башҡортостанда аҙна ямғырҙар менән башлана

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, республикала һауа торошо боҙола. Синоптиктар белдереүенсә, күп райондарҙа көслө йәшен һәм ел көтөлә.

Фото №1 - Башҡортостанда аҙна ямғырҙар менән башлана

Дүшәмбе, 9 июлдә, төбәктең ҡайһы бер райондарында йәшен көтөлә. Көндөҙгө ваҡытта утыҙ градуслыҡ эҫе торасаҡ.

10 һәм 11 июлдәрҙә елдең көсәйеүе көтөлә. Шулай уҡ, ямғыр яуыуы һәм йәшен булыуы ихтимал.Дөйөм алғанда, һауа температураһы 30 градус эҫе буласаҡ. Төндә +12 алып +17 градусҡаса.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ