Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артты

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар арта. Аҙна эсендә картуф, кишер, һуған һәм башҡа тауарҙар ҡыйбатайҙы. Был хаҡта Башҡортостанстат хәбәр итә.

Фото №1 - Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артты

Картуфҡа уртаса хаҡ бер килограмм өсөн 30 һум 26 тин тәшкил итә. Уҙғанда был тауарҙың хаҡы 27 һум 69 тин тәшкил итте. Бер килограм кишер - 42,57 һум тора, быға тиклем уның хаҡы 38 һум 79 тин ине. Һуған- 26 һум 67 тин, алма -102 һум 54 тин.

Билдәләп үтергә кәрәк, кәбеҫтәгә хаҡ төшә. Хәҙер тауарҙың бер 29 һум 72 тин тора. Быға тиклем уның хаҡы- 35 һум 04 тин тәшкил итте.

Фотография: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ