Башҡортостанда ял көндәрендә 20 янғын осрағы теркәлә

Республикала уҙған ял көндәрендә 20 янғын сығыу осрағы теркәлә. Уларҙа бер кеше һәләк була, тағы ла дүрт кеше зыян күрә. Янғын һүндереүселәр барлығы 156 тапҡыр саҡырыла.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, янғын сығыуҙың төрлө сәбәптәре осрай. Күп осраҡ ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу бәхетһеҙ осраҡҡа килтерә.

Урында йәшәүселәрҙе иғтибарлы һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыралар. Йортоғоҙҙан сыҡҡҡанда, электр ҡоролмаларын һүндереп сығыу мөһим.

Фото: Интернет