Башҡортостанда йәшәүсе ике ир страховка күләмен алыу маҡсатында юл-транспорт ваҡиғаһын ойоштора

Күмертауҙа йәшәүсе ике ир хөкөм ителәсәк. 27 йәшлек ирҙәр мутлашыуҙа- юл-транспорт ваҡиғаһын ойоштороуҙа ғәйепләнә.

Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 2017 йылдың июль айында ғәйепләнеүселәр ҡала үҙәгендә алдан уйланылған авария ойоштора. «Жигули» автомобиле «Вольво» менән бәрелешә. Юл инспекторҙары аварияны теркәй.

Сит ил машинаһы водителе страховкалау компанияһынан 210 000 һум күләмендә түләү ала. Был сумманы ике ир үҙ-ара бүлешеп ала. Енәйәт эше судҡа тапшырыла.

Фото: Интернет