Республикала янғын сәбәпле 34 кешене эвакуациялайҙар

9 июль төнөндә янғын тураһында мәғлүмәт алына. Нефтекамала туғыҙ ҡатлы күп фатирлы йортта фатир янып китә. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килә.

Фото №1 - Республикала янғын сәбәпле 34 кешене эвакуациялайҙар

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, туғыҙынсы ҡатта урынлашҡан фатир балконын төтөн сыға. Утты һүндереүгә өс берәмек техника һәм ете кеше йәлеп ителә. Асыҡланыуынса, балконда әйберҙәр янған була.

Янғын һүндереүселәр 34 кешене эвакуациялай. Шулай уҡ,янғын һүндереү автобаҫҡысы урынлаштырыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ