Һыйырҙар һөҙгән

Туймазы районында бер ҡатын һәм өс бала һыйырҙарҙан һөҙөлгән. 6, 9 һәм 10 йәшлек балалар өлкән апалары менән миндек бәйләргә сыҡҡан булған. Ошо мәлдә йылға янында йөрөүсе лимузин тоҡомло һыйыр көтөүе кешеләргә һөжүм иткән. Бер нисә сәғәттән генә көтөүсе килеп һыйыр-үгеҙҙәрҙе ҡыуып ебәреп, ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Ҡазаға тарыусыларҙың барыһына ла медицина ярҙамы күрһәтелгән, 9 йәшлек бала ауыр хәлдә реанимацияға һалынған.

Фото №1 - Һыйырҙар һөҙгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ