Балалар йорттары берләштерелә

Стәрлетамаҡ, Белорет һәм Өфө балалар йорттары бер дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына берләшәсәк. Үҙгәртеп ҡороу эше бюджет аҡсаһын тотоноуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы, балалар йорттарын берләштереү 2018 йылдың 31 декабренә тиклем тамамланырға тейеш.

Фото: Интернет