Ат сабышы

"Аҡбуҙат" ипподромында Рәсәй йылҡысылыҡ заводы байрамы үтте. Көн дауамында баш ҡала халҡы рус, француз, америка юртаҡтарының уҙышын ҡараны. Таҙа тоҡомло аттар 1600 метр арауыҡты үтергә тейеш ине. Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Шулай уҡ байрам сиктәрендә Өфө һыбайлылары араһында ла иң көслөләр асыҡланды.