Туймазыдағы «коррида»

Үткән йома Туймазы районы Япрыҡ ауылында дүрт кеше, шул иҫәптән бәлиғ булмаған өс бала электр көтөүсе һыҙаты аша, лимузин тоҡомло малдар көтөлгән шәхси биләмә янына үтеп инә. Улар менән булған эт малдарға өрә, ә һыйырҙар күҙ асып йомған арала быҙауҙарын яҡлап, этте ҡурсаларға ынтылған балаларға һәм уларҙың апаһына ташлана.

Туғыҙ йәшлек малай ауыр тән йәрәхәттәре ала. Әлеге ваҡытта ул райондан Өфө дауаханаһына күсерелгән. Поста торған көтөүсе малдарҙы әйҙәй. Ул иң беренсе ярҙам һорап ауылдаштарына хәбәр итә. Ҡаза күреүселәр шунда уҡ дауаханаға оҙатыла. Әлеге ваҡытта улар бөтәһе лә даими табип күҙәтеүендә. Ваҡиға урынынан хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова репортажы.

Лимузин тоҡомло малдарҙы тамаша ҡылырға барыусылар дүртеһе лә дауаханала.Табиптар билдәләүенәсә, туғыҙ йәшлек Гошаның өс ҡабырғаһы һәм ҡулы һынған, үпкәһе бәрелгән, гемоглобины түбән. Малай Туймазы үҙәк дауаханаһынан Өфөгә күсерелгән. Уның ике туғаны һәм өлкән апаһы әлегә район дауаханаһында ята.

Рэй ғына ни эшләргә белмәй. Балаларҙың өләсәләре лә кис менән бындай аяныслы хәл булыр тип башына ла индермәгән. Ғәҙәттән тыш хәл киске сәғәт туғыҙҙарҙа ошо йорттан бер саҡрымда урынлашҡан аҡланда теркәлә. Әлфинә Федороваға балалары малдан ҡазаланыуы хаҡында урындағы фельдшер хәбәр итә.

Башҡортостан менән Татарстан сиге. Был аҡлан аша Ыҡ йылғаһы аға. Ошо утрауҙа мал көтөү өсөн 200 гектар ер бүленгән. Көтөүлек тигән махсус билдәләр ҙә ҡуйылған. Ҡарауылсы ике сәғәт һайын майҙанды тикшереп сыға.

Ул көндә һаҡта торған Нияз Юлдашбаев балалар ҡысҡырған тауыш ишетеп ярҙамға ашыға. Ул малдарҙы көс хәл менән әйҙәп ситкә алып сыға.

Әлеге ваҡытта беҙ ғәҙәттән тыш хәл булған урында торабыҙ. Ул ауылдан бер саҡрым тирәһе. Дүрт кеше, шул иҫәптән өс бала Ыҡ йылғаһын кисеп һәм электр көтөүсе һыҙатып үтеп ошо аҡланға лимузин тоҡомло һыйырҙарҙы күрергә килә. Әммә тамаша уларҙың бөтәһе өсөн дә насар тамамлана. Был ер ныҡ тапалған һәм ҡаза күреүселәрҙең шәхси әйберҙәре әле һаман да алынмаған.

Был аяныслы ваҡиғаға юл ҡуймаҫҡа мөмкин ине бит. Бөтә бәлә Рэй ҡушаматлы эттең малдарға өрә башлауында. Сава компанияһы вәкилдәре Лимузин тоҡомло һыйырҙар тәбиғәте менән күндәм холҡло тип билдәләй, әммә һыйырҙар быҙауҙарын яҡлап балаларҙы һөҙөргә керешә. Ҡан эҫенән улар тығы ла көслөрәк ярһый.

Япрыҡ ауылында бәлиғ булмаған балаларҙың ҡаза күреү осрағын хоҡуҡ һаҡлау органдары ла ентекле тикшерә. Уның һөҙөмтәләре буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк.Йома көн мал ярһыуынан ҡаза күреүселәрһаулығы табиптар ҡулында. Һаулыҡ һағында торусылар уларға мөмкин булған медицина ярҙамын күрһәтә.

Гүзәл Борханова