Сабыуҙы һуңлатһаң - һауымды юғалтырһың

Был хәҡиҡәтте Балтас районы хужалыҡтары яҡшы аңлай. Әле төбәктә мал аҙығы әҙерләү кампанияһы дауам итә. Теманы хәбәрсебеҙ Әлфиә Хәбирова дауам итә.

Әле республикабыҙҙың бөтә райондарында бесән әҙерләү эштәре ҡайнай. Хужалыҡтар мал тыуарға сенаж менән тәьмин итеү эшен дә алып бара. Балтас районы хужалыҡтары быйыл 17 мең тоннаға яҡын мал аҙығы әҙерләргә иҫәп тота. Билдәләнгән уңыш кимәле планды үтәргә нигеҙ бирә. Көндәр генә аяҙ торһон.

Мал аҙығын мөмкин тиклем күберәк әҙерләп ҡалыу, һәр бер йүнсел хужаның бурысы. Яҙҙың һуңлап килеүе үҫентеләрҙең сығышына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, туҡранбаш һәм люцерна яландарын ваҡытында сабып, йыйып ҡалыу мөһим. Сифатлы аҙыҡ һауым күләменә лә ыңғай булышлыҡ итә, ти Урал хужалығы етәксеһе.

Хужалыҡтар бесән сабыу менән бер рәттән, сенаж да һала башланы. Ауыл хужалығында үлән, ҡуҙаҡлы һәм башҡа культураларҙан мал аҙығы әҙерләү киң ҡулланыла. Был ысулды файҙаланғанда юғалтыуҙар аҙ була. Аҙыҡтың туҡлылығы ла яҡшы һаҡлана. Төбәктә аграрийҙар пар баҫыуҙарын эшкәртә.

Баҫыуҙарҙы эшкәртеү, ҡыйҙан таҙартыу, дымлы ерҙе ҡоротоу, уны һаҡлау өсөн уҙғарыла. Әле районда 10 меңдән артыҡ гектар ер парға һөрөлгән. Ҡуҙаҡлы үҫемлектәр етешкәс, хужалыҡтар силос аҙығы етештерегә иҫәп тота.

Әлфиә Хәбирова