Паспортҡа сират

Фотоға төшөү өсөн генә лә бер көн көтөргә. Федераль миграция хеҙмәтенең сит ил паспорттары биреү бүлексәләрендә үткеһеҙ сираттар барлыҡҡа килде. Ажиотаж сит илдәрҙә ял итергә теләүселәрҙең, шулай уҡ документтар эшләтеү өсөн дәүләт пошлинаһы күләменең артыуына бәйле, тип фаразлайҙар. Беренсе августан ун йылға иҫәпләнгән биометрик паспорт алыу өсөн 5 мең һум түләргә тура киләсәк. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.

Кемдер кисә кис килеп ҡунған, бәғзеләр таңғы дүрттән ишек төбөнә баҫҡан, ә берәүҙәр хәҙер нисәнсе көн ҡабат килә. Рязан урамындағы федераль миграция хеҙмәте әйтерһең дә ҡолатылмаҫ ҡәлғә. Уны штурмлау өсөн халыҡ барыһына лә әҙер, паспорт ҡына бирһендәр.

Бер сәғәттә ун тирәһе генә кеше. Ә бит ни бары фотоға төшөргә һәм бармаҡ эҙҙәрен генә тапшырырға кәрәк. Бер генә кеше бындай халыҡ ағымын хеҙмәтләндереп өлгөрмәй, ти сиратта тороусылар. Ә сит иол паспортына ғаризща тапшырыусылар көндән-көн арта ғына.

Сит ил паспорттарын хәҙер теләгән ерҙә лә юлларға мөмкин. Федераль миграция хеҙмәте сайты аша ла, күп функциялы үҙәктәрҙә лә ғариза тапшырырға була.