4 уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын 100 баллға тапшырған

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Республика башҡорт гимназия-интернатының 4 уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын 100 баллға тапшырған.

Белем усағы республиканың иң көслө мәғариф учреждениеларының береһе иҫәпләнә. Бик күп билдәле шәхестәр тап ошо уҡыу йортонда ҡанат нығытҡан. Гимназия-интернат бөгөн дә үҙ традицияларына тоғро ҡала, тарихын яңы биттәр менән байыта. Быйыл белем усағын 149 уҡыусы тамамлаған, уларҙың 41 миҙалсылар. Иң ҡыуаныслы яңылыҡ иһә 4 баланың берҙәм дәүләт имтиханын 100 баллға тапшырыуы. Ә бына 73 бала 80-дән ашыу балл йыйған. Уҡыусылар юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә ҡарамаҫтан ситкә китергә йыйынмай, белем алыуын Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында дауам итергә иҫәп тота. Мәҫәлән, Алина менән Илдар киләсәген заман технологиялары менән бәйләргә уйлай.

Мәктәп етәкселәре әйтеүенсә, юғары күрһәткестәр системалы эшмәкәрлек менән бәйле. Заман технологияларын әүҙем индереү, уҡытыусыларға дәртләндереү сараларының арттырылыуы, юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек һәм башҡалар. Рәсәй, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә, был уҡыeсылар үҙҙәрен ышаныслы тоя.Тағы ла бер факторҙы күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Йылдан-йыл уҡыусыларҙың да, ата-әсәләрҙең дә берҙәм дәүләт имтиханына ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрә. Хәҙер ҡурҡыу тойғоһо юҡ, балалар имтихандарға тыныс ҡарай.