Халыҡ шағиры түбәһе

Кавказ тауҙарының береһендә "Мостай Кәрим түбәһе" барлыҡҡа килде. Башҡортостандың халыҡ шағирының исеме Ҡабарҙы-Балҡар республикаһында 3550 метр бейеклектә мәңгелләштерелде.

Фото №1 - Халыҡ шағиры түбәһе

Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ағзалары сит төбәктә урынлашҡан бейек тауға күтәрелеп, түбәһенә иҫтәлекле таҡта ҡағыуҙа ҡатнашты. Ҡабарҙы-Балҡар республикаһында әҙиптең яҡын дуҫы, билдәле шағир Ҡайсын Кулиев йәшәгән. Һуңғыһының исемен йөрөткән бейеклек күптән бар, билдәле булыуынса, ике тау ҙа бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Мостай Кәрим исемен мәңгеләштереү тәҡдиме урындағы хөкүмәт тарафынан да раҫланған.

Камил Йыһаншин, экспедиция етәксеһе: “Ике дуҫ ниһайәт мәңгегә осрашты, был изге эште башҡарыуҙа ҡатнашыуыма шатмын. Хәҙер олоғайҙым инде, 68 йәштәмен. Башта тауға күтәрелә алмаҫмын тип ҡурҡҡайным, әммә бөйөк шәхес Мостай Кәримгә булған ихтирамым үҙенекен итте - көс тә табылды, оло юл да еңел үтелде, ҡыуанысымдың сиге юҡ.”

Экспедицияла ҡатнашыусылар Мостай Кәрим түбәһенә 18 сәғәт күтәрелә. Оло юлда Башҡортостан вәкилдәрен Ҡабарҙы-Балҡар республикаһының тәжрибәле альпинистары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыусылары оҙатып бара. Ҡаршылыҡтар күп була - яҡташтарыбыҙға тау йылғалары һәм боҙлоҡтары аша үтергә тура килә, шулай уҡ улар томанда текә тау бите буйлап та атлайҙар. Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ағзалары Ҡайсын Кулиевтың яҡындары һәм урындағы Яҙыусылар Союзы вәкилдәре менән дә осрашып, ике әҙиптең тормош һәм ижад юлы хаҡында фекер алышҡан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ