Силәбелә Һабантуй

Силәбенең Троицк ҡалаһында өлкә һабантуйы үтте. 50 мең тирәһе халыҡты йыйған оло байрамда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты.

Һабантуй майҙанында төрлө милләт халыҡтарының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, башҡорт ауылында халҡыбыҙҙың кәсептәре, көнкүреш әйберҙәре менән танышырға ммөкин. Бер урында бесәнгә эш ҡоралдарын әҙерләү, салғы сүкеү серҙәренә төшөнөргә мөмкин булһа, икенсе ерҙә умартасылар үҙ шөғөлдәренең нескәлектәре менән таныштыра. Шулай уҡ тирмәндә бойҙай тартырға, ҡымыҙ бешереп ҡарарға, милли аш-һыуҙарҙан ауыҙ итергә була. Силәбе өлкәһе губернгаторы Борис Дубровский башҡорт тирмәһен ҡарап беҙҙең халыҡтың ҡунаҡсыллығын, ихласлығын айырм билдәләне. Һабантуйҙы төрлө уйындарҙан, милли көрәштән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Майҙанда бил бирмәҫ батырҙар һынау тотто. Силәбе башҡорттары әйтеүенсә, һабантуй быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, йәштәрҙе тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ менән таныштырыу йәһәтенән оло әһәмиәткә эйә. Шуға күрә өлкә һабантуйы сиктәрендә балалар байрамы ла ойошторола.