Шәжәрә байрамы

Борон-борондан, ата-бабаларыбыҙ ете быуыныңды белеү мотлаҡ,-тип әйтә килгән…Шул уҡ маҡсаттан Стәрлебаш районының Ибраҡай һәм Мәҡсүт ауылдарында "Шәжәрә" байрамы үтте. Был турала тулыраҡ Фәнүзә Баһауетдинова репортажында.

Тыуған яҡтың саф һауаһын, сылтырап аҡҡан шишмәләрен, гүзәл сәскәле яландарын, ауылдаштарын, туғандарын һағынып ҡайтыусыларҙы, хозур тәбиғәт үҙ ҡосағына алды. Дин әһелдәре-хәҙрәттәр: Вәғиз Сабитов һәм Эдик Яҡупов изге эшкә фатиха бирҙе.Байрам майҙанына йәше-ҡарты, балалар, саҡырылған ҡунаҡтар йыйылды.

Ике ауыл уртаһындағы Түңәрәк күл яланын дүрт тирмә, милли ризыҡтар менән тулы бай өҫтәлдәр, ҡул эштәренән күргәҙмәләр биҙәне. "Шәжәрә" байрамында Ибраҡай ауылынан: Ғәлиевтар, Баһауетдиновтар, Ғәбдуллиндар, Яҡуповтар, Хәсәновтар,Рәжәповтар, Мәҡсүт ауылынан: Әһлиуллиндар, Мөхәмәтйәровтар ғаиләләре нәҫел-тамырын барланы.

Ауылдарҙың иң кесе һәм иң оло йәштәгеләренә иғтибар бүленде. Һуғыш йылдарындағы иң беренсе тракторсы ҡатын-ҡыҙҙары: Ибраҡайҙан-93 йәшлек Минекамал Яҡупова менән Мәҡсүттән-95 йәшлек Мөкәрәмә Мөхәмәтйәроваларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ, 50,60 йыл бергә йәшәүселәр тәбрикләнде. Моңло йырҙы дәртле бейеүҙәр алмаштырҙы.

Элек-электән аралашып, ҡоҙа-ҡоҙағый булып туғанлашып, тырышып донъя көткән ике ауыл халҡының аһ-зарҙары ла юҡ түгел. Заман талап иткән ҡулайлашыу нигеҙендә ике ауылда ла мәктәптәр ябылған, мәҙәниәт усаҡтары емерелгән. Ат, һыйыр, һарыҡ, тауыҡ фермалары эшләгән йылдар ҙа, хәҙер иҫләргә генә ҡалған. Ибраҡай ауылында 160-ҡа яҡын, Мәҡсүттә -60-тан ашыу йорт иҫәпләнә. Ике ауылдан 90-ға яҡын уҡыусыны Первомайский ҡасабаһына мәктәп автобустары йөрөтә. Байтаҡ социаль мәсьәләләр булыуға ҡарамаҫтан,ауыл халҡы төшөнкөлөккә бирелмәй, киләсәккә ышанып, ҙур өмөттәр менән тырышып йәшәй, ырыу тарихын өйрәнә, нәҫелен барлай, быуындар сылбырын өҙмәй.

Фәнүзә Баһауетдинова