“Мәргән уҡсы”

Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр “Мәргән уҡсы” халыҡ-ара уҡтан атыу фестивале үтте. Башҡорт рухын, боронғолоҡты һәм милли спортты тергеҙеүгә йүнәлтелгән бәйгегә Рәсәйҙән генә, түгел Европанан килеүсе ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Иглин районынан хәбәрсебеҙ Флорида Ким.

Фото №1 - “Мәргән уҡсы”

Майҙанда милли кейемдә, боронғоса ҡоралланған яугирҙарҙың мәргәнлектә ярышыуы тарихи фильм төшөрөүҙе хәтерләтә. Быйыл «Мәргән уҡсы» халыҡ-ара фестивалендә Германия, Словакия, Белорусия, Ҡаҙағстан, Силәбе һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрен килгән һикһәндән ашыу уҡсы ҡатнашты.

Филипп давид, "Мәргән Уҡсы" халыҡ-ара фестивалендә словакиянан килгән ҡатнашыусы: “Меня пригласили друзья из Башкортостана. Я в России в первый раз. Мне здесь очень нравится - красивые, хорошие люди. На подобных конкурсах я был уже в Турции, в Корее, в Киргизии. Наша группа представляет лучников Словакии девятого века.

Башҡортостан уҡсылар командаһына илленән ашыу кеше инде. Ярыштың беренсе этабында улар араһынан ун ике иң мәргән уҡсы һайлап алынды. Улар Евразия кубогы өсөн ярышасаҡтар.”

Хөрмәт Таһиров, "Мәргән Уҡсы" халыҡ-ара фестивале еңеүсеһе: “Бәләкәй саҡтан уҡ атырға яратам. Был шөғөл файҙалы осанка, бил, арҡа өсөн. Күңелгә дәрт өҫтәй.”

Динислам Өмөтбаев, "Мәргән Уҡсы" халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусы” “Йыл ярым уҡ атам, икенсе инде.Ҡаҙағыстанға ике тапҡыр былтыр һәм быйыл барып уҡ атыу бәйгеләрендә ҡатнаштым. Башҡорт атлы ғәскәрен һынландырыуҙа ла ҡатнаштыҡ. “Оло дала рухи фестивалендә”.

Ҡатнашыусылар билдәләүенсә уҡ атыу - милли рухты камиллаштырыусы ата-бабаларҙан ҡалған ҡомартҡы. Халыҡ йолаларына булған һаҡсыл ҡараш шәхси яҡтан да уҫешергә ярҙам итә, тип билдәләй уҡсылар.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ