Кәмәләрҙә шаршыларҙы үтеү, 30 метрлыҡ ҡаяға күтәрелеү

Салауат районында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында спорт туризмы буйынса ярыш үтте. "Йүрүҙән-2018" тип аталған бөтә Рәсәй фестивале быйыл етенсе тапҡыр ойошторола, унда терәк-хәрәк аппараты зәғифләнгән кешеләр һынау тота. Был юлы илдең төрлө төбәктәренә килгән ун команда үҙ көсөн һынап ҡараны, барыһы йөҙҙән ашыу кеше. Физик һәм рухи ныҡлыҡ тантна иткән ярыштан бееҙең киләһе репортаж.

Йылғаны был боролошта ауыҙлыҡлау мөмкин түгел һымаҡ, коляскала хәрәкәт иткән инвалид өсөн бигерәк тә. Әммә Евгений Егодинский өсөн еңеп булмаҫлыҡ кәртә юҡ. Талаптар ғәҙәттәгесә, 10 ҡапҡа аша үтеп, тәүҙә ағым ыңғайына, һуңынан ҡаршы ишергә кәрәк. Физик көс тә, таһыллыҡ та, оҫталыҡ та талап ителә. Евгений үҙе һөҙөмтә менән бигүк ҡәнәғәт түгел, тырышҡанда тағы ла яҡшыраҡ үтергә мөмкин.

Ә был этап иң ҡатмарлыларҙан һанала- үҙеңде альпинист ролендә һынап ҡарау. Ҡаяға үрмәләү еңел түгел, шуға күрә спортсылар тайып киткәндә ҡоламаһын өсөн таштарға ырғаҡтар беркетелгән. Әҙерлеге булмағандарға иң бейек нөктәгә тиклем барып етеү мөмкин түгел. Бында арҡан-карабиндар менән файҙалана белеү генә түгел, команда ла эшләй белеү ҙә мөһим. Илһам Таһиров тәжрибәле спортсы, ул ҡаяларҙы 13 йылдан ашыу яулай, шулай булһа ла тулҡынланыу бар.

Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында спорт туризмына тап Башҡортостанда нигеҙ һалына, ярыштар 2012 йылдан ойошторола. Ҡатнашыусылар һаны йылдан йыл арта, быйыл 100-ҙән ашыу кеше үҙ көсөн һынай. Улар Башҡортостан, Татарстандан, Киров, Силәбе, Ырымбур, Пермь һәм Төмән өлкәләренән йыйылған. Йүрүҙән буйы тау һәм һыу туриздары буйынса ярыш уҙғарыуға бик уңайлы.

6 көн дауам иткән ярыштар һөҙөмтәһендә еңеүселәр ҙә билдәләнде. Әммә фестивалдә урын яулау мөһим түгел. Ҡатнашыу үҙе үк батырлыҡ. Был кешелә ҡаҡшамаҫ рух өлгөһө, улар был тормошта еңеп булмаҫлыҡ кәртәләр юҡлығын үҙ миҫалында иҫбатлай.

Адександр Лысенко