Рәсәй волейболсыларының оло ҡаҙанышына нигеҙ Башҡортостанда һалынды

Быйыл июндә Өфөлә волейбол буйынса "Милләттәр лигаһы" халыҡ-ара ярыштарының Рәсәй этабы үткәйне. Унда Сергей Шляпников тәрбиәләнеүселәре Ҡытай менән Иранды еңде, ә бына Бразилия волейболсыларынан еңелергә мәжбүр булды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ватандаштарыбыҙ донъяның иң көслө алты йыйылма командаһы араһына инде.

Фото №1 - Рәсәй волейболсыларының оло ҡаҙанышына нигеҙ Башҡортостанда һалынды

Туринирҙың финалын уҙған ял көндәрендә Францияның Лилль ҡалаһы ҡабул итте. Финалда Сергей Шляпников тәрбиәләнеүселәре майҙан хужалары менән осрашып, 3:0 иҫәбенә ҡыйратты. Милли командала Өфөнөң "Урал"клубы вәкилдәре Алексей Кабешов, Дмитрий Ковалев һәм Игорь Филиппов сығыш яһаны. Өсөнсө урынды Америка ҡушма штаттары вәкилдәре алды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ