Башҡортостандың иң әүҙем ғаиләһе республика башлығынан еңел автомобиль аласаҡ

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Башҡортостан юлдаш телеканалы менән берлектә ойошторған конкурсында ҡала йәки райондың йәмәғәт тормошонда, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар эшендә, ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләр ҡушыла ала. Уларға видеояҙма төшөрөргә һәм уны социаль селтәрҙәргә һалырға кәрәк.

Эштәр 9 сентябргәсә ҡабул ителә. Еңеүселәр интернетта тауыш биреү һәм махсус комиссия ҡарары буйынса асыҡлана. Иң әүҙем ғаиләгә Республика башлығы исеменән автомобиль һатып алыу өсөн 600 мең һумлыҡ сертификат бүләк ителә.