Бөтә Донъя башҡорттар ҡоролтайы яңы награды раҫланы. "Башҡорт халҡының геройы" миҙалы иң юғары награда тип иҫәпләнәсәк. Награданы тыныслыҡты, дуҫлыҡты һәм халыҡтар менән берҙәмлекте нығытыу өсөн тапшырасаҡтар.
Бынан тыш, башҡорт халҡын яҡлап сығыш яһаусыларға ла бирәсәктәр. Миҙалды Рәсәй халҡы ла, сит ил гражданы ла аласаҡ.
Миҙал үлгәндән һуң да тапшырыласаҡ. Награда тураһында ҡарар ҡоролтай ултырышында раҫланды. Әле буласаҡ награда эскизына конкурс ителә. Унда юридик һәм физик шәхестәр ҡатнаша ала. Шулай уҡ ижади коллективтар һәм ойошмалар саҡырыла.
Фото: Интернет.




