Башҡортостанда махсуслаштырылмаған пляждарҙа ҡотҡарыусылар һаны арттырылды

Башҡортостан Хөкүмәте һыу буйында ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һорауын тикшерҙе. Көндәр эҫетеү менән бәхетһеҙ осраҡтар йышайҙы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ун кеше батып үлә, уларҙың бер нисәһе-балалар.

Фото №1 - Башҡортостанда махсуслаштырылмаған пляждарҙа ҡотҡарыусылар һаны арттырылды

Һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙың теркәлеүенең сәбәптәре башлыса иҫерек килеш һыуға төшөүгә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыуға һәм рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүгә ҡайтып ҡала. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү үлемгә һәм сәләмәтлеккә зыян алыуға килтерә. Синоптиктар июль айы аҙағынаса эҫе көндәр вәғәҙә итә.

Башҡортостан Хөкүмәте һыу инеү урындарында ҡотҡарыусылар отрядтарының арттырыуҙары хаҡында белдерҙе. Миҙгел башынан алып халыҡтың күпләп йыйылған урындарында өҫтәлмә 24 ҡотҡарыусылар посы ҡуйыла.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ