Бөтә Рәсәй конкурсында иң оҫта такси водителен һайлаясаҡтар. Төбәк этабы сентябрь айында үтәсәк. Сарала еңел автомобиль таксиһы водителдәре ҡатнаша ала.
Конкурсты РФ-тың Транспорт министрлығы менән илдә такси хеҙмәтен үҫтереү советы, Дәүләт Думаһы ойоштора. Сарала еңел автомобиль водителдәре, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала. Пассажирҙарҙы ташыу өсөн рөхсәт ҡағыҙы булыу мөһим. Водитель стажы өс йылдан күберәк булырға тейеш.
Еңеүселәр Рәсәй этабында Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ. Конкурс Сочи ҡалаһында 2018 йылдың октябрь айында уҙасаҡ. Алдан заявка биреү мөһим.
Фото: Интернет




