Башҡортостанда бер ир саҡ батмай ҡала

9 июль иртәһендә Әбйәлил районында урынлашҡан Яҡтыкүлдә бер ир саҡ батмай ҡала. Уға ярҙамға ҡотҡарыусылар килә.

Фото №1 - Башҡортостанда бер ир саҡ батмай ҡала

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, ир күлде йөҙөп сығам тип һүҙ бирә. Тик күлдә уның хәле бөтә һәм бата башлай. Был урын һыу төшөү өсөн тәғәйенләнмәгән була.

Ирҙе һыуҙан сығаралар һәм тәүге ярҙам күрһәтәләр. Урында йәшәүселәрҙе иғтибарлы булырға саҡыралар. Махсус урындарҙа ғына һыу төшөү кәңәш ителә.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ