Башҡортостанда күп фатирлы йортта янғын сығыу сәбәпле 50 кешене эвакуациялайҙар

10 июлгә ҡараған төндә Октябрьск ҡалаһында янғын сыға. Йорттоң икенсе ҡатында урынлашҡан фатирҙа ут сыға.

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығы хәбәр итеүенсә, Ленин проспектында янғын сыға. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килә. Иллегә яҡын кеше эвакуациялана. Тиҙҙән ут һүндерелә.

Һөҙөмтәлә, 30 кв.метр майҙанлы фатир, шулай уҡ, подъезд коридоры һәм ҡаршылағы фатир ишеге зыян күрә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүселәр бар. Янғын сәбәптәре асыҡлана.