Республикала ир, ҡатынын ҡыҙғанып, эсенә бысаҡ сәнсә

Бәләбәй районында 56 йәшлек ир, граждан никахы менән йәшәгән ҡатынын ҡыҙғанып, эсенә бысаҡ сәнсә.

Республиканың Юғары судынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе гражданлыҡ никахы менән 17 йыл йәшәй. Бер ваҡыт ҡатыны уны икенсе исем менән атай һәм ирҙә ҡыҙғаныу тойғоһо уяна. Уҙған йылдың декабрь айында ғәйепләнеүсе ҡатынының эшенә барып, уның ни өсөн телефон шылтыратыуына яуап бирмәгәнен асыҡларға теләй. Ҡатын сыҡҡас, ир уынң эсенә бысаҡ ҡаҙай.

Судта шаһиттар, ғәйепләнеүсенең быға тиклем дә зыян күреүсене ҡыҙғаныуы, ҡул күтәреүе хаҡында һөйләйҙәр. Суд ирҙе ике йыл да туғыҙ айға иректән мәхрүм итә.

Фото: Интернет.