Өфөлә автосалон клиенттарының паспорт күсермәләрен ҡыйлыҡҡа ташлай

Өфөлә автосалондарҙың береһендә республикала йәшәүселәрҙең паспорт күсермәләрен табалар. Клиенттарҙың шәхси мәғлүмәттәре ҡыйлыҡҡа ташланған була. Был күренеште клиенттарҙы береһе күреп ҡала.

Автосалондың сүп-сар өйөмөндәге ошондай күренеште социаль селтәргә һалалар. Ҡағыҙҙар өсөн ҡумтала йөҙҙән ашыу клиенттың паспорт күсермәләре ята. Шәхси мәғлүмәтте алып, уны һәр кем үҙ маҡсатында ҡуллана ала.

Комментаторҙар фаразлауынса, архивта мәғлүмәттәрҙе һаҡлау ваҡыты үткән. Ҡағиҙәгә ярашлы, һаҡлау ваҡыты үтеү менән мәғлүмәттәр юҡ ителергә тейеш. Тик ни өсөн документтар ҡыйлыҡҡа ташлана?