Өфөлә ҡыҙылса менән ауырыуҙың 12 осрағы теркәлгән

Республика биләмәһендә ҡыҙылса менән ауырыусыларҙың һаны күбәйә. Әлеге ваҡытҡа 12 осраҡ теркәлгән. Ҡыҙылса- вируслы инфекция, өҫкө тын юлдарын зарарлай.

Фото №1 - Өфөлә ҡыҙылса менән ауырыуҙың 12 осрағы теркәлгән

Ҡыҙлыса сире менән ауырыусы инфекция йөрөтә. Был сир менән бер тапҡыр ғына ауырыйҙар, унан һуң организмда иммунитет көсәйә. Сирҙең билдәләре- юғары температура һәм тәндәге сабыртма.

Бер нисә көндән һуң тәндәге сабыртмалар юғала. Ауырыуға ҡаршы иң яҡшы прлофилактика булып вакцинация тора. Прививканы поликлиникала яһатырға мөмкин.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ