Республикала йәшен йәшнәүе һәм ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә

Республиканың ҡайһы бер райондарында 11 июлдә ҡойма ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итә.

Фото №1 - Республикала йәшен йәшнәүе һәм ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, төбәктә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе һәм ҡойма ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә + 18 градус, көндөҙ 28 градусҡаса эҫетәсәк.

Ҡотҡарыусылар йәшен ваҡытында тәҙрәләрҙе ябырға, электр сымдарына яҡын бармаҫҡа кәңәш итә. Шулай уҡ, металл ҡоролмалары һәм бейек ағастар аҫтына йәшенергә ярамай.

Йәшен ваҡытында урамда кеҫә телефоны менән һөйләшергә тыйыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ