Башҡалала март уртаһында ҡурҡыныс ваҡиға теркәлә. Ике егет алкоголь эсемлектәр һатылған магазинда бер кешене туҡмай. Өс аҙнанан һуң зыян күреүсе вафат була.
24 мартта Өфөлә йәшәүсе 47 йәшлек Станислав Гусев алкоголь эсемлек һатып алыу маҡсатында яҡындағы магазинға йүнәлә.
Был хәлдә нимәһе ҡыҙғаныс, магазин хеҙмәткәрҙәре, йыйылышып, кеше туҡмауҙы күҙәтә. Бер кем дә хәүефһеҙлек сигналына баҫмай.
Зыян күреүсе ирҙе туғандары тәрбиәләй. Ҡыҙғанысҡа, 17 апрелдә Станислав Гусев мәрхүм була.
Туғандары полицияға мөрәжәғәт итә, тик тикшереү, ир инсульт һөҙөмтәһендә вафат була, тигән һөҙөмтә сығара. Экспертиза мәғлүмәттәре буйынса, магазин янында алынған йәрәхәттәр ирҙең леменә сәбәпсе түгел. Станислава Гусевтың ҡыҙы, уның атаһын туҡмаусылар иректә йөрөүөнә ҡайғыра. Ул, атаһының үлемендә егеттәрҙең ҡыҫылышы барлығын иҫбатларға өмөтөн өҙмәй.





