Башҡортостанда йәшәүсе ирҙең алимент буйынса ярты миллион һум күләмендә бурысы йыйыла

Мәләүез районында йәшәүсе ирҙең мөлкәтенә бик һалалар. Уның, үҙенең балиғ булмаған балаһына ҡарата, 490 мең һум күләмендә бурысы йыйыла. Бурысын ҡайтарырға ул йыйынмаған була.

Фото №1 - Башҡортостанда йәшәүсе ирҙең алимент буйынса ярты миллион һум күләмендә бурысы йыйыла

Республиканың юғары судынан хәбәр итеүҙәренсә, суд приставтары, бурысты ҡайтарыу маҡсатында, уның мөлкәтенә бик һала. Мөлкәт 540 мең һум күләменә баһалана. Алимент түләргә атай кеше уйламай ҙа.

Бурыслы судҡа килмәй, теркәү урыны буйынса йәшәмәй. Ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ. Яуап биреүсенән дәүләт пошлинаһы ла алына.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ