Республиканың "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе ағзалары "Сәйәси стартап" проекты еңеүселәрен билдәләне. Илдең 25 төбәгендә старт алған был пилот проект партияны яңы кадрҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Башҡортостан ҡатнашыусылар һаны буйынса илдә лидерҙар рәтенә ингән.
Төбәктән сығыш яһаған 250 йәш кешенең 160-ы алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар, ҡалғандары - сәйәси технологтар. Пилот проектҡа ҡушылыусыларҙың һәр ҡайһыһы партия вәкилдәренән һәм федераль эксперттарҙан остаз ала. Улар үҙ сиратында йәштәргә һайлау алды кампанияһының юл карталарын төҙөргә ярҙам итә.




