Уңыш сере фәнни ҡараш

Заманса биоашламалар үҫемлекселектә химик матдәләр ҡулланыу кимәлен шаҡтай кәметергә мөмкинлек бирә. Иң мөһиме - уңыш күләме лә һис кенә лә кәмемәй. Яңы биотехнологиялар Ауырғазы районы Салауат хужалығы миҫалында өйрәнелде. Төбәктә ауыл хужалығы белгестәре өсөн семинар-кәңәшмә үтте.

Элегерәк гектарынан 20 центнер уңышҡа ҡыуанһаҡ, хәҙер 60-та аҙ кеүек тойола, ти Салауат хужалығы етәксеһе Василий Федоров. Бер нисә йыл инде ул, сәсеүлектәрендә биоашламалар ҡуллана. Һөҙөмтәлә уңыш күҙгә күренеп артты ти, етәксе.

"Салауат" хужалығының тәжрибәһен үҙләштереү маҡсатында Башҡортостандың төрлө төбәктәренән Ауырғазы районына ауыл хужалығы белгестәре йыйылды. Күпереп үҫкән борсаҡ, туҡ башаҡлы арпа, киң япраҡлы шәкәр сөгөлдөрө... Былар барыһы ла ауыл хужалығында заман технологияларын ҡулланыу һөҙөмтәһе.

Биоашлама үҫемлектәрҙең тамыр системаһын нығыта. Һөҙөмтәлә, культура тупраҡтан үҙенә кәрәкле минералдарҙы ла күберәк үҙләштерә. Химик матдәләрҙе кәметеү иһә үҫтерелгән уңыштың кеше сәләмәтлегенә зарарын да аҙайтырға мөмкинлек бирә ти белгестәр.

Барлыҡ ашлама һөм минералдарҙы тупраҡтың үҙенсәлектәрен ентекләп тикшергәндән һуң ғына ҡулланырға мөмкин тип билдәләй белгестәр. Шуға ла фән һәм алдынғы технологиялар заман ауыл хужалығының да айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнеп бара. Уңыш күрһәткестәрен арттырыу өсөн ғалимдарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу мөһим.

Рафиҡ Әхмәтшин