Асыҡ һауала боронғо әйберҙәр күргәҙмәһе

Ҡырмыҫалы районы Ҡолош ауылында үҙенсәлекле музей эшләй. Бында немец әсирҙәренең галоштарын, төрлө көнкүреш әйберҙәрен, хатта ысын пушка макетын да тотоп ҡарарға була. Рәмил Аҙнағолов тарафынан йыйылған экспонаттар менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты.

Еҙ самауыр, үрелгән кәрзиндәр, боронғо сәғәттәр- Рәмил Аҙнағоловтың коллекцияһын һанап бөтөрлөк түгел. Һәр береһендә тарих һаҡлана, тигән фекерҙә ул. Ә ҡыҙыҡлы экспонаттар артынан республиканың төрлө төбәктәренә барырға ла әҙер. Күргәҙмәне ойоштороуға ла ул етди әҙерләнгән.

Күргәҙмәне ҡарарға олоһонан кесеһенә тиклем йыйыла. Музейҙы тулыландырыр өсөн ауылдаштар ҙа ҙур көс һалған. Кескәйҙәрҙе пушка һәм машиналар ҡыҙыҡһындырһа, ололар боронғо көнкүреш әйберҙәрен күреп, хәтирәләрен яңырта, рәхмәт һүҙҙәрен белдерә.

Рәмил Аҙнағолов үҙенең йәшәү дәртен башҡалар менән дә бүлешә. Дүрт йыл рәттән ул ошо урында күрше ауыл кешеләрен йыйып,"Уйна, гармун" концертын үткәрә.

Ә боронғо әйберҙәр хәҙер инде музей, шәхси коллекцияларҙа ғына урын ала. Уларға ҡарап, йәш быуын тарихты өйрәнә, тотош осорҙо күҙ алдына баҫтыра ала.

Лилиә Әһлиуллина