Алтынсы быуат ҡурғандары

Алтынсы быуатта Борай районында ҡурғандар табылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Кузеев исемендәге этнология тикшеренеүҙәре институтының Көньяҡ Урал археологик мираҫы бүлеге хеҙмәткәрҙәре проектты тормошҡа ашырыуға «Ватан тарихы» фондының ярты миллион һумлыҡ Грантын отто. Тәүге этапта проект авторҙары тарихҡа, археологияға арналған ҡыҙыҡлы лекциялар, семинарҙар ойошторһа, әлеге мәлдә Боҫтанай ауылы эргәһендә ҡаҙыу эштәре бара. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Фото №1 - Алтынсы быуат ҡурғандары

Археологик экспедиция барышында белгестәр ярайһы ғына табыштарға юлыға. Тимер киҫәктәре, көршәк ярсыҡтары, металдан эшләнгән биҙәүестәр - боронғо кеше һөйәктәре менән йәнәш ята. Тарихсылар фаразлауынса, Боҫтанай ауылында ҡәберлектәр ҡаҙыныу эштәрендә барышында табылған артефакттар беҙҙең эраның 6-сы быуатына ҡарай.

Айнур Тузбәков, Р. Кузеев исемендәге этнология институтының көньяҡ урал археология мираҫын өйрәнеү бүлеге ғилми хеҙмәткәре: «Бында күпселек Бахмутино мәҙәниәте халыҡтары йәшәгән.6-7-8 быуатта. Әммә шуларҙың ареалы эсендә беҙ яңы бер ҡәберлек күрәбеҙ. Ул ҡәберлек Кушнаренко халҡы мәҙәниәте менән бәйле. Шуның өсөн беҙҙең өсөн ныҡ ҡыҙыҡлы. Беҙ бер-нисә йыл ынтыла инек был ҡәберлекте ҡарарға, белергә.Ниндәй мәҙәниәткә бәйле. Шуның өсөн быйыл бик шатбыҙ»

Боронғо кешеләрҙең һөйәктәрен, биҙәүестәрен ҡаҙығанда археологтар ерҙең беренсе ҡатламын алғас аяҡ кейемдәрен сисеп эш итә. Был ысул эҙ ҡалдырмаҫҡа булышлыҡ итә. Һуңынан табылған артефактар фотоға төшөрөлә.

Ирекмәндәргә археологик экспедицияларҙа ҡатнашыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Милли йәштәр театры актеры Салауат Юлдашбаев яңы миҙгел асылғанға тиклем, эҙләнеү эштәрендә ҡатнашып, тарих төпкөлөн барлай.

Салауат Юлдашбаев, ирекмән: «Беҙҙең тоҡомдарҙы өйрәнәбеҙ. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы, бында нимәләр булған....Ниндәйҙер һорауҙарға яуаптар табырға була.Әйткәндәй, керамикала орнаменттар беҙҙең ваҡыттағы башҡорт символдарына, орнаменттарына саҡ ҡына оҡшаған тип әйтергә була. Бөтөнләй тип әйтеп булмай, сөнки халыҡтар килеп-китеп торғандар, ә шулай ҙа ошолар кочевой халыҡҡа тура килә тип әйтергә мөмкин.»

Быйыл ер аҫтында быуаттар буйы һаҡланған ҡомартҡыларҙы эҙләү маҡсатында Башҡортостанға Көньяҡ Уралдан да археологтар килде. Венгрия ғалимдары оҙаҡ йылдар дауамында башҡорт һәм венгрҙар араһында уртаҡ тамырҙарҙы эҙләй.

Атилла, тюрк археолог /Венгрия/: «Венгр тамырҙары Көньяҡ Уралдан килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Беҙ Башҡортостанда 4-се тапҡыр. Башҡортостан - Венгрия дуҫлығы 80-се йылдарға барып тоташа. Археологик эҙләнеүҙәргә беҙҙе лә саҡырғас, шатланып риза булдыҡ»

Башбат

"Йәштәр ғилми мәктәбе" проекты сиктәрендә ойошторолған экспедицияла егерменән ашыу кеше ҡатнаша. Ике аҙна дауам итәсәк ҡаҙыныу эштәре йылдам бара. Ялан шарттарында эшләү һәм ғилми эҙләнеүҙәр үткәреү ирекмәндәрҙе сыҙамлыҡҡа һәм берҙәмлеккә һынай. Экспедиция барышында йәштәр палаткаларҙа йәшәй

Гөлназ Хәсәнова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ