Күп функциялы үҙәктә мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бушлай консультациялар ойоштора. Акцияға табиптар, инвалидтар йәмғиәте вәкилдәре һәм ойошмалар етәкселәре саҡырыла. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында күп функциялы үҙәктә уңышлы эшләп йөрөүселәр ҙә бар. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова.
Альбина Насирова йәшәгән йорт үҙе эшләгән күп функциялы үҙәккә яҡын урынлашҡан. Ун дүрт йыл элек автоһәләкәткә осраған ҡыҙҙың төп һөнәре бухгалтер-иҡтисадсы. Ике йыл тирәһе ҡала хакимиәтендә үҙ һөнәре буйынса эшләгән. Күп функциялы үҙәктә 2017 йылдың декабренән. Уның кабинеты икенсе ҡатта урынлашҡан, махсус пандус ярҙамында лифтта күтәрелә.
Уға граждандар башлыса документтарҙы рәсмиләштерер өсөн мөрәжәғәт итә. Әммә бынан тыш, халыҡтың күп функциялы үҙәк компетенцияһында булмаған һорауҙары етерлек. Уларҙың һәр береһенә Альбина Насирова ентекле һәм төплө яуап бирә. Эшенән клиенттар ҙа ҡәнәғәт.
Хәрби бәрелештә ҡатнашҡан инвалидтар һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, табиптарға йышыраҡ мөрәжәғәт итә. Улар өсөн эшкә урынлашыу һәм йәмғиәттә юғалып ҡалмау мөһим шарт булып тора. Һаулыҡҡа ҡағылышлы һорауҙар, төрлө мәсьәләләргә ҡағылышлы бушлай консультациялар күп функциялы үҙәктәрҙә квартал һайын ойошторола.
Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы эшкә урынлаштырыу мөһим дәүләт мәсьәләһе. Ҙур хеҙмәт ресурстарын иҡтисадҡа йәлеп итеү юлдары бик әкрен хәл ителә. Сәбәбе -дәүләт пенсияһын алыусыларҙың күбеһе эшкә урынлашырға ашҡынып тормай.
Театр гардеробтан, ә күп функциялы үҙәк ошо пандустан башлана. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлы мөхит булдырыу, уларҙы йәмғиәткә кәрәкле кеше итеп күреү һәм ҡабул итеү көн талабы.
Гүзәл Борханова





