Cоветтар союзында 1938 йылдарҙа бер миллион ете йөҙ мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә

Башҡортостанда илле меңдән ашыу кешегә "халыҡ дошманы" тигән мөһөр һуғыла, тиҫтәләрсә меңе кулаклыҡта ғәйепләнеп ситкә һөрөлә. Бөгөн Өфөлә һикһән йыл элек 10 июлдә үлем язаһына хөкөм ителгән шағирҙар хәтеренә ҡуйылған репрессия ҡорбандары һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалынды. Хәбәрсебеҙ Флорида Ким дауам итә.

Фото №1 - Cоветтар союзында 1938 йылдарҙа бер миллион ете йөҙ мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә

Шәхес культы йылдарында илдә репрессия еле ҡағылмаған ғаиләләр юҡ кимәлендә. Аяуһыҙ дәүерҙә ярлыҡау булмай. Хатта, күренекле, уҡымышлы шәхестәрҙе, юғары етәкселәрҙе лә урап үтмәй был ҡайғы. Башҡортостанда 1938 йылдың 10 июлендә - бер көн эсендә ҡырыҡ дүрт кеше атып үлтерелә. Улар араһында башҡорт халҡына яҡшы таныш исемдәр - Ғөбәй Дәүләтшин, Ғабдулла Амантай, Дауыт Юлтый, Имай Насыри, Төхвәт Йәнәби кеүек илһөйәр ҡәләм оҫталары менән дә һанашмай ҡанлы репрессия. Был осорҙоң иң ҙур фажиғәһе - бәхетһеҙ, етем ҡалған балалар.

Наилә, Юлтый Дауыт юлтыйҙың ейәнсәре: «Мин үҙем Санкт-Петербургта ғаиләм менән йәшәйем. Быйыл олатайым тыуыуына 125 йыл тулыуы айҡанлы күп саралар үткәрелде. Минең атайыма ун өс йәш кенә булған Дауыт Юлтыйһы репрессиялағанда. Атайым Бөйөк Ватан һуғышын тотош үтә. Ауыр шарттарҙа үҫә»

Тик 1991 йылда нахаҡҡа хөкөм ителгәндәрҙе аҡлау тураһында»ғы ҡарар ҡабул ителә. Әммә әрнеүле хәл-ваҡиғалар халыҡ тормошонда бер ниндәй аҡлау менән юйылып бөтмәҫ тәрән эҙ ҡалдыра.

1938 йылда репрессияланған яҙыусы-шағирҙарҙың айырым китаптары ғына түгел, хатта уларҙың исемдәрен телгә алған гәзит-журналдар, ҡулъяҙмалар ҙа юҡ ителә. Бәхеткә күрә, осраҡлы ғына һаҡланып ҡалған күренекле шәхестәребеҙҙең хеҙмәте башҡорт әҙәбиәтенең онотолмаҫ мираҫына әүерелгән. Нахаҡҡа хөкөм ителеүселәр - мәңге халыҡ күңелендә йәшәйәсәк.

Флорида Ким

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ